"Башкирский язык - духовный язык"
Декабрь 11, 2021
Просмотров: 29
«Башҡорт теле – иманлы тел»
Иманлы кеше ниндәй була?
Башҡорт теле - иманлы тел. Кеше - был донъяла иң камил, иң бөйөк зат. Ул үҙенең аң - зиһене, һәләтлелеге, мәҙәнилеге менән айырылып тора, сөнки уға тел ҡөҙрәте бирелгән. Тел - кешене кеше иткән, бейеклектәргә күтәргән. Юҡҡа ғына халҡым, телде маҡтап,йырҙар йырламаған, мәҡәл- әйтемдәр әйтеп ҡалдырмаған. Һәр кемгә үҙ туған теле ҡәҙерле, моңло.
Минең туған телем - башҡорт теле. З. Биишева әйткәнсә, "Хөрмәтле, хикмәтле, мәрхәмәтле..." Ә мин тағы иманлы тип өҫтәр инем.
Башҡорт теле – иманлы тел. Иман һүҙен ишетеү менән, иң беренсе булып, дин тәғлимәте күҙ алдына баҫа. Әммә иман һүҙе үҙ эсенә күп төшөнсәләрҙе ала. Иман, иманлылыҡ - әҙәплелек, изгелек, яҡшылыҡ ҡылыу,мәрхәмәтле булыу". Изгелек ҡыл да - һыуға һал, халыҡ белер, халыҡ белмәһә - балыҡ белер", - ти халыҡ әйтеме. Күңелеңдә кешеләргә ҡарата гел изгелек , яҡты йөҙөң, яҡшы һүҙең булһын."Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ - һәр кешенең эшелер, яманлыҡҡа яҡшылыҡ – иманлының эшелер",- ти халыҡ тағы. Сабый бала тыуғас, иманлы булһын, тип теләйҙәр, ә кеше үлгәс, иманы ташламаһын, иманы юлдаш булһын, тиҙәр.
Яуызлыҡ ҡылғандарға:"Иманыңа кил!"- тиҙәр. Иманлы булайыҡ, бер- беребеҙгә ҡарата яҡшы һүҙле, яҡты йөҙлө булайыҡ!
Телебеҙҙә бары тик иманлы, әҙәпле һүҙҙәр генә булһын